Ләмәҙ (ауыл), Дыуан районында Әй йылғаһының һул ҡушылдығы булған Ләмәҙ йылғыһы башланған ерҙә урынлашҡан ауыл. Башҡортостан республикаһының Дыуан районына ҡарай. Ләмәҙ ауыл биләмәһе үҙәге урынлашҡан. Район үҙәге Мәсәғүт ауылынан 41 километр алыҫлыҡта. Иң яҡын тимер юл станцияһы Сулеяға 113 километр. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Үрге Ләмәҙ, 2-се Ләмәҙ йәки Дыуановка (Дувановка) исеме менән дә осрай.